Октябрьский ҡалаһында республика ҡан тапшырыу станцияһы филиалы яңы модулле бинала асылды

Ул тулыһынса алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм донор ҡанын әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн файҙаланыласаҡ. Матди-техник база яңырыу менән табиптарға ла юғары бурыстар ҡуйыла. Уларҙы БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белеште.

Заманса үҙгәреш тупһанан уҡ башлана. Ҡан тапшырыу станцияһына килеп инеү менән робот ҡаршы ала. Уның менән һөйләшергә, ҡан баҫымын үлсәргә мөмкин. Ҡан тапшырыу тарихы менән танышыу өсөн бәләкәй генә музей эшләй.

Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн килеүсе донорҙарға ла, был хеҙмәттә эшләүселәргә лә бөтә шарттар бар.

Бәхетленең байрамы бергә. Тантанаға донорҙар династиялары саҡырылған. Ҡан тапшырырға айына ике-өс тапҡыр килеүсе Мөхөтдиновтар ғаиләһе донорҙар династияһына нигеҙ һалған. Уларҙың ғаиләһендә бер юлы өс кешегә почетлы донор исеме һәм миҙалы тапшырылды. Улар иҫәбендә 204 донация.

Был филиал республиканың көнбайыш зонаһындағы медицина учреждениеларын донор ҡаны менән тәьмин итә.

Көн һайын башлыса Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Бәләбәй райондарында йәшәүсе 40-60 кеше ҡан тапшыра. Хәҙерге ваҡытта донорлыҡ йәштәр араһында ла популяр, тип билдәләнде танатанала.

Һәр мунииципалитет ара үҙәктә ҡан тапшырыу станцияһы филиалдары эшләй. Уларҙа шарттар баш ҡаланыҡынан кәм булмаҫҡа тейеш, был системаны үҫтереү мөһим. Теләгән кеше ҡанды алыҫ ара үтеп Өфөгә килеп түгел, урында тапшыра алһын.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Бүлмәләр иркен. Бер юлы туғыҙ кеше ҡан тапшыра ала. Быға тиклем дә матди-техник база яҡшы ине, тағы ла яҡшырҙы ти бында эшләүселәр.

Ҡан тапшырыу буйынса планды ике тарҡырға арттырыу бурысы ил кимәлендә ҡуйылған. Ҡан компоненттары менән иммуноглубулин һәм башҡа препараттар етештереүсе заводтар асыу ихтыяжу ҙур. Сөнки әле улар башлыса сит илдән ҡайтарыла. Санкция шарттарында дарыуҙарҙы үҙебеҙҙә сығарыу зарур.

Рәмилә Исмәғилева