Ғафури районы фермеры Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2023» ауыл хужалығы күргәҙмәһендә еңеү яулаған

Рауил Ғафаров тармаҡта тотош ғаиләһе менән эшләй.Уның фиҙәҡәр хеҙмәте тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән баһаланған. 2022 йылда фермер иң яҡшы һалым түләүсе конкурсында икенсе урын яулаған. Был награданы уға Башҡортостан Башлығы тапшыра. Уңған эшҡыуар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Рауил Ғафаров Ғафури районында иң уңышлы фермерҙарҙың береһе. Ауыл хужалығы тармағында ул тотош ғаиләһе менән эшләй. Хеҙмәткәрҙәргә аш-һыу хәстәрләү хәләле Айгөл Зөфәр ҡыҙы иңендә. Улдары Динислам атаһы юлын һайлаған. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе курста белем ала. Агроном дипломына эйә булғас, тыуған ауылына ҡайтып үҫемлекселек менән шөғөлләнергә ниәтләй. Ғафаровтар һөҙөмтәле эшләй. Яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә, малсылыҡта алдынғы урындар биләй.

«Ғаилә фермаһы» проекты буйынса Ғафаров крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе дәүләттән 3 миллион ярым һумлыҡ грант алған. Был аҡсаларға уңған хужа яңы тракторҙар, Рәсәйҙә етештерелгән тирмән һәм бойҙай киптергес һатып алған. Ғафаров крәҫтиән-фермер хужалығында төп көстө ауыл тормошон үҙ иткән, эшсән, айыҡ йәшәү яҡлы тырыш хеҙмәткәрҙәр тәшкил итә.

Рауил Ғәбделхай улы 2014-cе йылдан ныҡлап малсылыҡта эшләй, үҫемлекселек тармағын да уңышлы алып бара. Сәсеүлектәре 500 гектар маҙанды биләй, уларҙың 80 гектарында ужым бойҙайы сәселгән.Хужалыҡ әлеге ваҡытта яландарға тиреҫ сығарыу менән мәшғүл. Борон крәҫтиәндәр ҡулланған алым үҙен аҡлай, иген уңышына ыңғай йоғонтоһо көслө, ти фермер.

Был ҡоролмала ашламаларҙы иретеү өсөн һыу йылытыу мейесе. Унда тирә-яҡ ауылдарҙы янғындан һаҡлау өсөн махсус насос та хәстәрләнгән.

Был аҡланда иһә һыйыр малдары көтөлә. Иғтибарлы көтөүсе малдарҙан күҙ яҙҙырмай.

Яңғыҙҡайын ауылы ир-егеттәре оҙон аҡса арытнан алыҫ Себер тарафтарына ынтылмай. Рауил Ғафаров өлгөһәндә тыуған ерендә ерегеп эшләү, тормош ҡороуҙы хуплай.

Ғафаров крәҫтиән-фермер хужалығында 300-ҙән ашыу эре мөгөҙлө мал аҫрала. Ит-һөт йүнәлешендәге малдар ҡышҡа тиклем 300 гектар майҙанда көтөлә. Малдар өсөн иуҡлыҡлы сенаж, ҡатнаш аҙыҡ етерлек кимәлдә әҙерләнгән. Рауил Ғәбделхай улы киләсәктә бөтә уңайлыҡтары булған заманаса өс ферма бинаһын төҙөү хаҡында хыяллана.

Гүзәл Борханова