Бүздәк районы Уран ауылында мәсет асылды

Иман йорто «Атайсал» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Изге эшкә урындағы халыҡ һәм ситтән меценаттар ҡушыла. Йәмғеһе төҙөлөшкә 5 миллион һум аҡса тотонолған. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Аҙан тауышы ауыл урамдарына тарала. СССР-ҙың бөтә төбәктәрендә кеүек үк, Октябрь революцияһынан һуң, Уран ауылында ла мәсет манараһы емерелә, иман йорто клубҡа әүерелә. Йөҙ йыл үткәс кенә урындағы халыҡ иман йортон ҡайтанан тергеҙҙе.

Башланғысты халыҡ дәррәү күтәреп ала. Мәсет төҙөлөшөнә тәүгеләрҙән булып финанс ярҙамды Марс Шәриповтың әсәһе күрһәтә. Тәүге йөҙ мең һумға мәсет нигеҙе һалына. Ауыл йүнселдәре - таҡта, баш ҡалалағы меценаттар кирбес һатып ала. Изге эшкә берәүҙәр аҡса, икенселәре физик көс менән ярҙам күрһәтә. Нигеҙ ташын һалыуҙа район хакимиәте башлығы ҡатнаша.

Уран ауылында төрлө милләт вәкилдәре, башлыса мосолман динен тотоусылар йәшәй. Яңы мәсет асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған халыҡ, бынан ары иман йортонан кеше өҙөлмәҫ, тигән фекерҙә.

Оҙаҡламай яңы мәсеттә ғәрәп теле дәрестәрен асмаҡсылар. Уҡыу барышында йәштәр ғәрәп алфавитын ғына түгел, дин нигеҙҙәрен дә өйрәнәсәк.

Республиканың һәр районында кеүек үк, Бүздәктә лә «Атайсал» проекты күләмле эштәрҙе - йәмғеһе 400-ләп башланғысты үҙ эсенә ала. Урындағы халыҡ көсө менән районда тағы ла ике мәсет төҙөлөшө бара.

Рәзилә Ғиниәтуллина