Макулатура тапшыр ҙа, тәбиғәткә ярғам ит! Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Быйыл ул «Экосистема» экологик хәрәкәте аҫтында үтә. Студенттар һәм уҡытыусылар ярышып тигәндәй макулатура тапшырҙы. Әүҙем ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды. Сара иҫке ҡағыҙ йыйыу һәм эшкәртеүгә генә ҡайтып ҡалманы. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә университетта асыҡ лекция, экологик дәрестәр ҙә үтте.