Башҡортостан Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

Юбилей 2025 йылда була. Был турала  социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Сәнәғәт алдындағы төп бурыстарҙың береһе - кадрҙар. Үҫеш өсөн квалификациялы белгестәр кәрәк, - тине Республика етәксеһе. Башҡортостан өс йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлеге рейтингында алдынғылар рәтендә  тора.