Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил беренселеген ҡабул итә

Ярыштар Өфөлә  ноябрь башында уҙғарыла, асыу тантанаһы  4-ендә  була. Ҡатнашыусылар 12 ауырлыҡта миҙалдар өсөн көрәшә. Илдең 49 төбәгенән 200 спортсы килеүе көтөлә. Башҡортостанда бокс менән профессиональ нигеҙҙә  4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 13 спортсы ил йыйылма командаһына алынған.