Башҡортостанда шәкәр етештереү артҡан

Быйылғы уңыштан 336 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. 49 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов  белдереүенсә, ике завод реконструкциянан һуң күпкә һөҙөмтәле эшләй, бер йылда 1 миллион 600 мең тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлеге бар. Киләсәктә сөгөлдөр баҫыуҙарын киңәйтеү планлаштырыла. Быйыл татлы тамыр 48 мең гектарҙа  сәселгән, бөгөнгә 1 миллион 300 мең тоннаға яҡын уңыш алынған.  Башҡоростанда Раевка һәм Шишмәлә шәкәр заводтары  бар.