Республика етәксеһенә төбәктең һәм илдең нефть химияһы сәнәғәте флагманы булған предприятиеның төп етештереү ҡеүәте күрһәтелде. Изопропилбензол йәки кумол бүлегендә белгестәр каучук сығарыуҙа киң ҡулланылған ҡатнашманы етештереү циклы менән таныштырҙы. Заводты киңәйтеү һәм етештерелгән продукция күләмен арттырыу өсөн республика менән берлектә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға килешелде.
Предприятие Рәсәйҙә етештерелгән фенолдың 30 процентын сығара, ацетон буйынса ла лидер позицияһын биләй. Сәнәғәт тармағы күрһәткестәре буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн цехтарҙа яңы технологиялар файҙаланыла. Радий Хәбиров импортты алмаштырыуҙа мөһим урын алып торған предприятиены яҡынлашып килгән 70 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне.