Өфө ҡала хакимиәтендә «Йыл ирекмәне-2023» премияһына тәҡдим ителгән проекттарҙы асыҡ яҡлауҙар үтте

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йыл ирекмәне-2023» ҡала премияһында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 сентябрҙән ҡабул ителә башланы. Абруйлы премияға ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы физик шәхестәр, ирекмән үҙәктәре дәғүә итә. «Милли ауаз» ижад төркөмө етәксеһе Рима Маннапова «Остаз» номинацияһы буйынса проект яҡланы.

«Йыл ирекмәне - 2023» ҡала премияһы Өфөнөң йәштәр мәшғүллек үҙәге һәм ирекмәндәр ассоциацияһы менән берлектә ойошторола. Йөҙҙән ашыу заявка биреүселәрҙең яртыһы финалға үткән. Уларҙың 34 асыҡ конкурста үҙ проекттарын яҡланы.

Ике көн эсендә 9 номинация буйынса 34 ирекмән үҙ проектын яҡланы. Беҙ улар араһынан иң әүҙемдәрен һайлап алдыҡ. Улар бөтәһе лә үҙҙәренең социаль проекттарын Өфөлә тормошҡа ашырыу ниәте менән яна.

Елена Недопекина, Өфө ҡалаһы ирекмәндәр ассоциацияһының йәштәр төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе