Быйыл унда мемориаль комплекстар төҙөү, ял урыдарын йыһазландырыу, шишмә һәм быуаларҙы таҙартыу, хәйриә акцияларын ойоштороу буйынса 10 миллион һумлыҡ 400 проект тормошҡа ашырылған. Шул иҫәптән, Лаҡлы һәм Башҡорт Илсекәйе ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары иҫтәлегенә яңы объекттар сафҡа ингән. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа киткән атаһы, туғандары тураһында Светлана Хәйретдинова сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Үткәнде белмәйенсә, киләсәкте төҙөп булмай, ти ул. Совет һалдаттарының хәтерен мәңгеләштергән мемориаль комплекс быға асыҡ миҫал. Архивтарҙа эҙләнеү Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемлеген тағы 100 кешегә тулыландырырға, ғәҙеллекте тергеҙергә мөмкинлек бирә.
Лаҡлы ауылынан 445 кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, уларҙың 280-не Еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Мемораиль комплекс быға тиклем асылған обелиск тирәләй төҙөлә.
Мемориаль комплекс быйыл «Атайсал» проект сиктәрендә асыла. Изге эшкә ауылдаштар дәррәү ҡушыла, айырыуса, Лаҡлыла тыуып-үҫәкән, әлеге ваҡытта сит тарафтарҙа йәшәүселәр финанс яҡтан ярҙам итә.
Башҡорт Илсекәйе ауылында ла «Атайсал» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Бында 1943 йылдың 24 октябрендә авиаһәләкәткә осраған экипаж иҫәтлегенә Г-2 йөк самолетының макеты ҡуйыла. Силәбе- Куйбышев маршруты буйынса осҡан самолет һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы арҡаһында Баш-таш һырты буйында һәләкәткә осраған.
Летчиктарға арнап быйыл майҙа арт-объект төҙөлгән. Уның эргәһендә авиаһәләкәт урынында табылған самолет киҫәктәре лә урынлаштырыла. Быйыл Салауат районында «Атайсал» проекты сиктәрендә 400 изге эш ғәмәлгә ашырылған. Уларҙың дөйөм суммаһы 10 миллион һум тип баһалана.
Әлфинә Килдейәрова