Был тик рәсми статистика ғына. Мәғлүмәтте Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре Благовещенда үткән «Финанс тураһында әңгәмә» барышында белдерҙе. Сара сиктәрендә төрлө йәштәге граждандарҙы аҡса менән дөрөҫ файҙаланыу, мутлашыусылар ҡармағына эләкмәү һәм башҡа белемгә өйрәттеләр. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Кескәй йәштәгеләр өсөн финанс тураһында әңгәмә уйынға ҡоролған. Балалар баҡсаһында интерактив таҡталар, хатта банкоматтың бәләкәй күсермәһе бар. Уйын формаһында бәләкәстәргә «Нимә ул аҡса?» тигән һорауға яуапты ребус аша еткерәләр. Күптәр инде ҡағыҙҙың ҡиммәтенә төшөнгән.
Олораҡ йәштәгеләр өсөн дәрестәр етдирәк үтә. Бөгөнгө заман шарттарында үҫмерҙәр ҡулаҡса түгел, банк картаһы менән тотонорға оҫтарған. Бәлиғ булмаған балалар ҙа интернетта тауарҙар һатып ала, виртуаль уйындар өсөн дә суммалар йәлләмәй. Хатта «криптовалюта» төшөнсәһе лә уларға таныш. Быға бәйле, финанстар тураһында әңгәмәләрҙән уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмай.
Аҡсаны эшләп алған өлкәндәр ҙә уны аҡыллы файҙаланыу ҡағиҙәләрен белеп етмәй. Тик беҙҙең республикала ғына вайымһыҙҙар тәүлегенә 10 миллион һумға тиклем аҡса тартып ала. Зыян күреүселәр башлыса пенсионерҙар, тик мутлашыусылар ҡармағына төрлө йәштәгеләр эләгә.
Әңгәмәлә ҙур сумма аҡсаны банкҡа һалырға теләүселәрҙе уяу булырға саҡырҙылар. Юғары проценттар менән иғтибарҙы йәлеп иткән һаҡлыҡ учреждениелары легаль эшләмәүҙәре мөмкин. Уларҙың махсус реестры менән «Рәсәй банкы» сайтында танышырға була. «Финанс тураһында әңгәмә»ләрҙе ойоштороусылар семинарҙарҙа ҡатнашырға саҡыра. Аҡса иҫәп кенә түгел, тәртип тә ярата.
Рәзилә Ғиниәтуллина