Сарала мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе реабилитациялау, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре ҡарала. Бөгөн пленар ултырыш уҙа. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнаша. Форум барышында 40-ҡа яҡын эшлекле осрашыу планлаштырылған. Сығыш яһаусылар араһында ил төбәктәре, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре бар. “Торатау” конгресс-холында күргәҙмә һәм йәрминкә ойошторолған. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Форум 21 октябрҙә тамамлана.