“Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү төп маҡсатыбыҙ”, тип белдерә Телеграм-каналында баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Быйыл Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында 700-гә яҡын авария теркәлгән, 57 кешенең ғүмере өҙөлгән, 600-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Акция 22 октябрҙә тамамлана.