Илдең баш ҡалаһында “Йыл ғаиләһе” ярышында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылынан Әхмәровтар бар. Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы урындағы мәҙәниәт йорто етәксеһе, уның ҡатыны Анна Сергеевна музыка мәктәбендә уҡыта. “Йыл ғаиләһе” конкурсының федераль этабында 400-гә яҡын ғаилә ҡатнашҡан. Уларҙың 80-дән ашыуы биш номинация буйынса бүләкләнгән.