Республикала агротуризм өлкәһендәге инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районында туристик комплекс төҙөлә. Инвестор 10 глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 45 миллион һум йәлеп ителә. Төҙөлөш киләһе йылда башлана һәм 2026 йылға тамамланырға тейеш. Әле инвестор Кушнаренкола шифалы үләндәр һәм еләк үҫтереү буйынса баҡсалар булдырыу мәнән шөғөлләнә.