Президент гранттары фондының 2024 йылдағы беренсе конкурсына Башҡортостандан 609 заявка ебәрелгән

Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә Белгород өлкәһенән ҡала икенсе урында килә. Киләһе йыл өсөн беренсе конкурсҡа ғаризалар 16 октябргә тиклем ҡабул ителде. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 8 йүнәлеш буйынса проекттарын тәҡдим итә алды. Улар араһында сәләмәт тормош алып барыу, социаль хеҙмәтләндереү, тарихи хәтерҙе һаҡлауға бәйле башланғыстар булған. Еңеүселәр ғинуарҙа иғлан ителә. Быйыл Башҡортостандан ике конкурс һөҙөмтәләре буйынса 106 проект президент грантына лайыҡ булды. Бының өсөн 130 миллион һум йүнәлтелде.