Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, электр транспорт Минск автозаводы менән берлектә сығарылған. 100 пассажир һыйҙырышлы троллейбус 30 километр араны электрһыҙ йөрөй ала. Транспорт Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан матур биҙәлгән. Әле ул 13-сө маршрут буйынса хәрәкәт итә.