Номерһыҙ машинаны йөрөтөүселәр күберәк түләйәсәк

Башҡортостан депутаттары номеры булмаған машина хужалары һәм номерҙы йәшереп йөрөүселәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә. Республика парламентында  ошо турала  закон проекты  әҙерләнгән, ул Дума ҡарауына тәҡдим ителә. Әле 5 мең һумлыҡ штраф һәм водитель танытмаһын 3 айға тиклем тартып алыу ҡаралған. Башҡортостан штраф суммаһын 15 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Шулай уҡ алты айҙан бер йылғаса машина йөрөтөүҙән ситләтеү башланғысы күтәрелә. - Айырыуса йөк ташыусы машина номерҙарын йәшерергә тырышыусылар байтаҡ, - тип белдерә проект авторҙары.