Халыҡты тимер юл өҫтөнән һалынған яңы юл үткәргестең ҡасан асылыуы борсой. Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш һәм юл ремонты идаралығы етәксеһе Константин Паппе белдереүенсә, объектта төҙөкләндереү дауам итә. Ремонт ай ярымдан тамамланырға тейеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонстантин Паппе әйтеүенсә, киләһе аҙнала Өфөлә Октябрь революцияһы урамының бер өлөшөндә хәрәкәт асыла. Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдарында тығындарҙың бер аҙ кәмеүе көтөлә. Баш ҡалала әле 20-гә яҡын урында юл ремонты бара.