Ил парламентында комплекслы реабилитация һәм абилитация тураһында закон проекты ҡарала

Ул икенсе уҡыуға сығарыла. Бөгөн федераль Хеҙмәт министры Антон Котяков Өфөлә уҙған “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” Бөтә Рәсәй форумы барышында ошо турала белдерҙе. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы видео элемтә аша сәләмләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева закон проектына яңы төшөнсәләр индереү мөһим, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, һәр кешегә айырым реабилитация программалары булдырылырға тейеш. “Мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең һаулығын нығытыу барышын контролгә алырға кәрәк. Бының өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре лә булыуы шарт”, - тине Светлана Чупшева. Ул да форумда ситтән тороп ҡатнаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостанда инвалидтарҙы реабилитациялауға, уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүленә”, - тине Светлана Чупшева. Ул республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” форумы 21 октябргә тиклем дауам итә. Йыйын барышында “Изге республика” тип аталған хәйриә йәрминкәһе була. Унда үҙенсәлекле тауарҙар һатыла.