Башҡортостан мәғариф ойошмалары вәкилдәре Мәскәүгә бара

Бында ноябрҙән киләһе йылдың апреленә тиклем Халыҡ-ара күргәҙмә  ойошторола. Уның барышында Мәғариф һәм фән аҙнаһы ойошторола.  Башҡортостан мәғариф системаһы менән дә  таныштырыу ҡаралған. - Республика  белем биреү системаһы илдә иң ҙурҙар рәтендә. Профессиональ ойошмаларҙың заманса инфраструктураһын булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла.  2019 йылдан алып 200 оҫтахана асылды. "Профессионалитет" федераль программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ, - тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры  вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.