Еңел сәнәғәт тармағы белгестәре Өфөлә йыйыла

Киләһе аҙнала  ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә халыҡ-ара форум уҙа. Унда баш ҡалала яңы асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнашырға теләк белдергән. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 80 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Лаборатория аккредитицияға әҙерләнә. Шуға ла етештереүселәр әлегә сертификация алмайынса, тауарын тикшертә генә ала. Амран Моратшин исемендәге Республика стандартлаштырыу, метеорология һәм һынауҙар үҙәгенең директор урынбаҫары Фәнис Өмөтбаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Пленар сессияла “Еңел сәнәғәтте үҫтереү өҫтөнлөктәре. Әлеге осор һәм киләсәк” тип аталған темаға фекер алышыу була. Форум барышында 10-дан ашыу секция ултырышы ҡаралған.