Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар Белорет районында осраша

Бөгөн Инйәр ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин призына конкурс ойошторола. Баһалама комиссияһын музыкант үҙе етәкләй. “40-ҡа яҡын ғариза ҡабул ителде”, - ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Беренсе фестивалдә Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы музыканттары ғына ҡатнаша. Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар, оркестр һәм ансамблдәр сығыш яһай. Киләһе йылда ярыш барыһы өсөн дә асыҡ була”,  тип белдерҙе Рәмил Ғәйзуллин.