Мәсетле районы халҡы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау оҙатты

Райондың ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары һәм ирекмәндәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маскировка селтәрҙәре үргән. Бының өсөн улар күрше районға оҫталыҡ дәрестәренә лә барған. 4 көн эсендә ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы менән блиндаждар һәм техниканы йәшереү өсөн дөйөм оҙонлоғо өсөн 23 метрлыҡ 4 селтәр әҙерләнгән. Эште ваҡытында тамамлау өсөн станок артында бер юлы 5-6 кеше эшләгән.

Маскировка селтәрҙәрен махсус хәрби операция зонаһына тәүгә ебәрәбеҙ. Был эштә оло ярҙам күрһәтеүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Селтәр үреү менән ауыл советтары ла шөғөлләнде.

Зилә Рәхимҡолова, Мәсетле районы ветерандар советы рәйесе

Селтәр өсөн материалды ойошҡан рәүештә Өфөнән алдыҡ. 22 мең һумлыҡ материалдан беҙ 12 селтәр үрергә тейешбеҙ.

Зөлфиә Ғилманшина, Мәсетле районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе

Әйткәндәй, ирекмәндәр селтәр үреү өсөн ике станок ҡорорға ярҙам иткән. «Газель» йөк машинаһына посылкалар ҙа тейәлгән. Ирекмәндәр, эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ яугирҙарға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн әйберҙәр, йылы кейем, походтар өсөн газ горелкалары, май шәмдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, исемле посылкалар, инструменттар, автомобилдәр өсөн запас шиналар тапшырған. Гуманитар ярҙам муниципалитет башлығы оҙатыуында барып етәсәк.

Махсус хәрби операция зонаһының төрлө урындарында буласаҡбыҙ. Егеттәр үҙҙәрем лә беҙҙең эргәгә киләсәк. Егеттәргә барлыҡ кәрәк-яраҡтар: тепловизорҙар, өй шарттарында әҙерләнгән аҙыҡ-түлек алып барабыҙ.

Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле районы хакимиәте башлығы

Үҙебеҙҙең район гәзитен алып барабыҙ. Егеттәребеҙ урындағы баҫманы яратып уҡый.

Азамат Ҡәләмов, Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары