Республиканың төп баҫмаһы вәкилдәре Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында уҡыусылары менән осрашты

«Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында булып урындағы проблемаларҙы, гәзит битендә яҡтыртырға кәрәкле көнүҙәк мәсьәләләрҙе өйрәнде.

Милли баҫмалар араһында айырым урын биләп торған “Башҡортостан” гәзитенең 100 йылдан ашыу тарихы бар. Тотош бер быуатты һыйҙырған матбуғат биттәрендә республика, район һәм ҡалаларының ижтимағи-сәйәси хәл-ваҡиғалары, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте яҡтыртыла. Заман менән бергә атлаған гәзит бөгөн төҫлө, зауыҡлы итеп баҫылып сыға, интернет селтәрендәге төркөмдәре лә әүҙем эшләй.

“Башҡортостандар” милли баҫманы пропагандалаған, уны таратыуға, яҙҙырыуға булышлыҡ иткән дуҫтарына рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында Венера Айытҡолова ла бар. Бала сағынан гәзит‐журналдарҙан айырылмаған ханым, әленән үк икенсе ярты йыллыҡҡа 7 мең һумлыҡ ваҡытлы матбуғатҡа яҙылған.

Һуңғы йылдарҙа гәзит‐журналдарҙың тираждары кәмей. Күптәр яңылыҡтарҙы интернет киңлектәренән уҡыу ҙа етә тигән фекерҙә. Әммә бөгөнгө көндә лә рухи аҙыҡтан айырылмай, аҡса-ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай матбуғатҡа яҙылыусылар бар.