Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Өфө, Стәрлебаш, Шишмә һәм Илеш райондарында тиҙ йыйылған 6 модуль ҡуйылды. Тиҙҙән улар тағы ла 9-ға арта. Лагерҙарҙы яңыртыуға республика ла, муниципаль берәмектәр ҙә көс һала. Киләһе ике йылда яңы корпустар төҙөлөшө һәм 4 лагерҙы капиталь төҙөкләндереү көтә, тип билдәләгән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.