Ҡала халҡына уңайлы шарттар. Өфө йәмәғәт транспортын өр-яңы троллейбустар тулыландырҙы. Электротранспорт Минск автозаводы ҡатнашлығында Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған. 15 берәмек техника республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ҡала хакимиәтенә тапшырылған.
Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһендә Миңнисур Ғәниеваға төрлө транспорт менән идара итергә тура килә. Иҫке, боҙолорға ғына торған троллейбустар хәҙер юҡ, тип һөйөнә ханым. Заман менән бергә йәмәғәт транспорты ла үҙгәрә, Өфөлә йыйылған яңы троллейбус өҫтөнлөктәре тураһында ул рейсҡа сығыусы водителдәрҙе таныштыра.
13-сө маршрут буйынса йөрөүсе яңы троллейбустар сағыу биҙәлеше менән дә айырылып тора. Транспорт йәшел төҫтә, орнаменттар менән биҙәлгән, тәҙрә аша ҡала халҡын һыуһар сәләмләй. Уның уңайлығын ҡала халҡы ла баһалап өлгөргән.
Троллейбустар республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә йыйылған. 90 пассажир һыйҙырышлы салон 33 урынға иҫәпләнгән. Транспорт 4 аккумуляторлы батарея менән йыһазландырылған, линияла ут өҙөлгән осраҡта, ул 20 саҡрымға тиклем юл үтә ала.
Әле Белореченский микрорайонынан Дан бульварына тиклем маршрутҡа ике яңы трамвай сығарылған. Йыл аҙағына тиклем ошондай уңайлыҡтар менән 15 троллейбус файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.
Лилиә Мәҡсүтова