Башҡортостандан көҙгө саҡырылыштың тәүге төркөмө хәрби хеҙмәткә юлланды

Йөҙҙән ашыу егет Иваново, Владикавказ, Новочеркасск ҡалаларында урынлашҡан частәргә оҙатылды. Яҡташтарыбыҙ ҡоро ер һәм һауа десант ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ.

Зәңгәр тельняшка, ялтырап торған берцылар һәм ғорур һындар. Вася бабай вариҫтары әллә ҡайҙан айырылып тора. Десантсылар был юлы кәләштәр ҡалаһы-Иваново эргәһендәге хәрби часткә юллана.

Хәйер, армияла һәр хәрби подразделение ла үтә лә мөһим роль башҡара. Саперҙарһыҙ артиллерия алға бармай, ә артиллерия эшләмәйенсә, пехота ла һөжүм итмәй. Башҡортостан егеттәрен һәр ғәскәри частә лә көтөп алалар, ти командирҙар.

Әлбиттә, күп кенә егеттәр элиталы ғәскәрҙәргә эләгергә тырыша. Был буласаҡ һалдаттарҙың әҙерлеге, сәләмәтлеге лә яҡшыра бара тигәнде аңлата. Шуға күрә Башҡортостан егеттәрен һәр частә лә ҙур теләк менән ҡабул итәләр.

Сергей Нетунаев, Республика Хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе

Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет Рәсәй әрмеһе сафын тулыландырасаҡ. Кисектергеһеҙ хеҙмәткә алынған һалдаттарҙың береһе лә махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәй. Ә бына ҡасып ҡалыусылар өсөн яза ҡатыланды. 1 октябрҙән башлап повестка алып та хәрби комиссариатҡа килмәүселәргә 30 мең һум штраф ҡаралған.