Улар Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалаларында урынлашҡан. Полигондарҙы ябыу ярты миллион республика халҡы тормошон яҡшыртасаҡ. Һауа менән тупраҡтағы ағыуланыу нисек туҡтатыла? Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Ғәҙәттәгесә, аҙыҡ эҙләргә килгән ҡарғалар хәҙер электр линияларынан ғына күҙәтә. Бынан һуң, сүплек ҡанатлылар өсөн дә, выжданһыҙ сүп-сар ташлаусылар өсөн дә бикле. Үткән быуат урталарында уҡ барлыҡҡа килгән ҡый ҡалдыҡтары майҙаны кәртәләп алынған, ә сүп-сар тығыҙланған, махсус япма менән ҡапланған.
Ликвидацияланған сүп-сар ҡатлы бәлеште хәтерләтә. Ҡалдыҡтарҙан торған уба махсус мембрана, тупраҡ менән ҡапланған, бөтә майҙанға күп йыллыҡ үлән сәселгән. Полигон юҡҡа ғына йәшелләндерелмәй: эстетик функциянан башҡа, убаның таралыуы кисектерелә. Махсус япма һауаға ағыулы газ бүлеп сығармай.
Ә Благовещен ҡалаһындағы рөхсәтһеҙ сүплекте ҡаплау эштәре тамамланыу алдында. 38 йылдан ғына ҡалдыҡтар убаһы ер менән тигеҙләнәсәк. Шунан һуң ғына бындағы тупраҡты эшкәртергә, төҙөлөш алып барырға мөмкин буласаҡ. Благовещен сүплеге сағыштырмаса ҙур түгел, 4 гектарға яҡын. Стәрлетамаҡтағы полигон, әйтәйек, 18 гектарҙы биләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина