Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» икенсе Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе асылды

Сарала илдең 12 төбәгенән 50 компания реабилитация өлкәһе өсөн үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Быйыл сараның темаһы - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Был тәңгәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡандар айырым урынды биләй. Форумдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Уң ҡул суғы менән һул аяҡ Терминаторҙан тип шаярта Илнур. Учалы егете авариянан һуң яңы тормош менән йәшәй башлаған. Тәүҙә аяғына, былтыр ҡул суғына протез ҡуйҙырған. Инвалид мөһөрө уға ҡағылмаған тиерлек. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Тау-байыҡтырыу комбинатында эшләп йөрөй.

Протездар Өфөләге ойошмала етештерелгән. Ике йыл ярым тирәһе эшләп килгән компанияла 1200 пациент иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһенә протез шәхси әҙерләнә. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда ошондай 11 ойошма эшләй.

Финанс ярҙам протездар яһау өсөн яңы ҡоролмалар һатып алыу, уларҙы программа менән тәьмин итеү өсөн тотонола.

Корбон, ыҫмала һәм башҡа матдәләрҙән яһалған ҡорамал аяҡ йә ҡулды алыштырһын өсөн күңел һалыу мөһим ти, протезлаусы техник.

Республикала 2019 йылдан илдә тәүгеләрҙән булып 50 миллион һум бюджет менән инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар индерелгән. Быйыл финанслау күләме 3 тапҡырға арттырылған. Бындай хеҙмәттәр алған балалар һаны 3,5 меңгә тиерлек артҡан.

Киләһе йылдан өлкән инвалидтарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтыусыларға сертификаттар тапшырыу ҡарала, тиелде форумда.

Форум сиктәрендә 40- ҡа яҡын эшлекле сара үтә, оҫталыҡ дәрестәре, табиптар консультацияһы, һуҡырҙар араһында футбол, инклюзив ижад фестиваленең гала-концерты, мода күрһәтеү була.

Быйыл тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙән килгән вәкилдәр был тәңгәлдәге тәжрибәһе менән бүлеште.

Ҡаршылыҡтарҙы бергә еңеү еңелерәк. Икенсе йыл Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙған форум шуны иҫбатлай.

Рәмилә Исмәғилева