Өфөнән Ғибәҙуллиндар ғаиләһе балалар өсөн ағас уйынсыҡтар етештерә

Регина менән Вадим кескәйҙәр өсөн имәндән 30-ҙан ашыу уйынсыҡ яһай. Йәш ғаилә был эш менән 7 йыл элек шөғөлләнә башлай. Бөгөн уларҙың продукцияһы Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ғибәҙуллиндар уйынсыҡтар етештереү күләменә арттырыу хаҡында ла хыяллана. Оҫталар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

Оҫта ҡулдарында ябай ғына ағас әйберҙәр сағыу, матур уйынсыҡтарға әйләнә. Әммә һүҙ балҡып торған буяуҙар хаҡында ғына түгел. Балалар уйынсығы кескәйҙәрҙең фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, моторикаһын нығытыуға, тауыштарҙы, төҫтәрҙе айырырға ярҙам итә. Йәғни, уйынсыҡтар аша оло донъяға һуҡмаҡ һалына. Регина Ғибәҙуллина әйтеүенсә, балалар уйынсығы етештереү оло яуаплылыҡ.

Уйынсыҡтарҙы эшләгәндә балалар психологтарының, педагогтарҙың кәңәшенә таянабыҙ. Продукция матур ғына түгел, файҙалы ла булырға тейеш. Эйе сифат үҙҡиммәтте арттыра, уның ҡарауы, беҙҙең уйынсыҡтарҙы яларға ла, тешләргә лә мөмкин. Организмға зыян килмәй.

Регина Ғибәҙуллина, эшҡыуар

Уйынсыҡтар бизнесы 7 йыл элек Асҡар исемле ошо малайҙан башлана. Ғибәҙуллиндар улдарына аң-зиһенде, фекерләүҙе үҫтерә торған файҙалы әйберҙәр генә алырға теләй. Әммә уларҙың хаҡы ныҡ ҡиммәт булып сыға. Шул ваҡытта йәш әсәлә уйынсыҡтарҙы үҙҙәренә яһап ҡарау теләге тыуа. Бөгөн Өфө эшҡыуарҙарының продукцияһы тотош Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланыла.

Оҫталар балалар уйынсығын яһағанда тик ҡиммәтле буяуҙар, экологик яҡтан таҙа продукция ғына ҡуллана. Мәҫәлән, уйынсыҡтар имән ағасынан эшләнә, ә уларҙың эсенә төрлө тауыштар сығарыу өсөн борсаҡ, ҡарабойҙай һымаҡ ярмалар йәки тәңкәләр һалына. Шулай уҡ уйынсыҡтың дөрөҫ итеү юнылыуы ла шарт. Шул ваҡытта улар орсоҡ һымаҡ өйөрөлә йәки түңәрәктәр яһай

Уйынсыҡтар индустрияһы үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс һәм ҙур талаптар ҡуйылған йүнәлеш. Сөнки һүҙ кескәйҙәрҙең психологик торошо, сәләмәтлеге хаҡында бара. Был өлкәлә эскерһеҙ балалар донъяһын яратҡан кешеләр генә эшләй ала.

Етештереү ҡеүәттәрен арттырыу буйынса уй-ниәтәребеҙ күп, продукцияға ихтыяж да ҙур. Әммә дәүләт ярҙамынан башҡа был хыялды тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Сифатлы продукция күп сығымдар талап итә, айырым цех асырлыҡ мөмкинлегебеҙ юҡ. Әммә үҙ шөғөлөбөҙҙән ҡәнәғәтлек алып, күңелебеҙҙе биреп эшләйбеҙ.

Вадим Ғибәҙуллин, эшҡыуар

Регина менән Вадим Ғибәҙуллиндар әйтеүенсә, Өфөлә уҙған «Әйҙә уйнарға» фестивале уларҙы республика кимәлендә танытҡан. Ошоға тиклем заказдар күберәк ситтән килһә, әле Башҡортостан учреждениелары бәйләнешкә сыға. Тотош балалар баҡсаһын йыһазландырыу тәҡдимдәре лә бар. Эшҡыуарҙар был башланғысты киң сауҙа әйләнешенә тәүге аҙым тип иҫәпләй.

Рәмзиә Кәримова