Билдәле футболсы Андрей Аршавин - Өфөлә!

Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, «Зенит» клубы составында УЕФА кубогын һәм Суперкубогын яулаусы ватандашыбыҙ Өфөнөң Жилин ауылының спорт комплексында булды. Футбол мәктәбе күптән түгел асылған. Бында Рәсәй футболының яңы йондоҙҙары булырға хыялланған 30-ға яҡын бала шөғөлләнә.

Андрей Аршавинды милли колорит менән таныштырҙылар. Футболсы үҙ сиратында йәш спортсыларға автографлы туп бүләк итте. Һуңынан Рәсәй футболы легендаһы менән автограф һәм фотосессия үтте. Ә осрашыу аҙағында Андрей Аршавин йәш тәрбиәләнеүселәр менән футбол уйнаны. Үҙенең данлы йылдарындағы кеүек Андрей Сергеевич йыш ҡына уйынды үҙ ҡулына алып, бер нисә голдың авторы булды.