Өфөлә Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына араналған әҙәби-музыкаль кисә үтте

«Рәхмәт, яҙмыш!». Республиканың төп концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына араналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Киң йәмәғәтселек, яҡташтары, яҡындары, милли интеллигенция ҡатнашлығындағы күркәм байрам хаҡында киләһе яҙмала.

Бала саҡ хозурлығын аҡ ҡағыҙға йәнле образдар аша төшөрөүсе, ҡабатланмаҫ лирикаһын йырҙарға һалыусы, журналистиканың бөтә жанрҙарында ла уңышлы эшләүсе, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» ҡатын-ҡыҙҙар журналын етәкләүсе, депутат-сәйәсмән. Был һүҙҙәр шағирә Гөлфиә Юнысованың булмышын билдәләй. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы уҡыусылары алдына халҡының яратҡан шағиры, яҙмышына рәхмәттәр әйтеп, бәхетле әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ майҙан тотто.

Гөлфиә Юнысова 40-тан ашыу китап авторы,әҫәрҙәре 25 телдә тәржемә ителгән. Әҙибәнең шиғырҙарына композиторҙар 500-ҙән ашыу йыр ижад иткән. Һәр кемгә таныш йырҙар сәхнәнән, радио һәм телевидение эфирҙары аша яңғырай, беҙҙе алыҫ юлдарҙа, сәфәрҙәрҙә оҙатып бара. Быйыл әҙибәнең күркәм юбилейы айҡанлы нәшриәттә» Рәхмәт, яҙмыш!»китабы донъя күрҙе. «Йөрәгемдә тыуған ерем» исемлеһе иһә Әлшәй районы хакимиәте ярҙамында нәшер ителгән. Юбилей кисәһендә халыҡ шағирының һүҙҙәренә көйгә һалынған, халыҡ араһында киң таралған популяр йырҙары йәш ижадташ дуҫтары башҡарыуында яңғыраны. Ҙур сәхнәнән әҙибәне Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәрбрикләне.

Шағирә күңеле сикһеҙ даръя кеүек. Гөлфиә Юнысова бөгөн дә йәмғиәт тормошо, илдә барған хәл-ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнап йәшәй, илһамланып ижад итә. Уның үткер ҡәләме илһөйәрлек хаҡында һөйләй, хәҙерге көндә тыуған ил именлеген һаҡларға ҡалҡан булып баҫҡан ир-егеттәр булмышын да оҫта аса. Әҙибә күңелендә урғылған хис-тойғолары, уй-теләктәре уҡыусылар йәрәгенә үтеп инә. Гөлфиә Юнысова китаптарын бала саҡ йылдарынан мауығып уҡыусылары күп булыуы менән дә бәхетле ижадсы.

Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы уны еренә еткереп үтәүсе шәхес. Рәсәйҙең халыҡ депутаты булараҡ ҡыйыу сәйәси тәҡдимдәренә һоҡланырлыҡ. Бөрйәнде һыу баҫҡанда ҙур трибуна аша совет халҡына ярҙам һорап оран һала, дәүләтселектә федератив ҡоролош һүҙен индереүгә лә тос өлөш индереүсе лә ул.

Халыҡ шағирын уҡыусылар, ҡәләмдәштәре, яҡташтары һәм балалары сәскә гөлләмәләренә күмде. Гөлфиә Юнысованың ижады йәшәүгә көс һәм илһам өҫтәй, һағышлының һары шәлен һалдыра, һүнгән утты ҡабыҙа, шифалы ямғыр яуҙыра.

Гүзәл Борханова