Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн туристик маршруттар арта

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» икенсе Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә инвалидтар өсөн уңайлы мөхиткә, туристик маршруттарға бәйле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала айырым категориялы граждандар менән дөрөҫ эшләү, туристик обьект хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус уҡыуҙар үткәреү мөһимлеге кеүек һорауҙар яңғыраны.

Республикала һуңғы йылдарҙа туристар ағымы арта, шуға бәйле сәйәхәтселәрҙең талаптары ла үҙгәрә. Инклюзив туризм тәү сиратта уңайлы мөхиткә бәйле. Башҡортостанда туроператорҙар яңы маршруттар аса, шуныһы ҡыуаныслы, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә йылдан-йыл яңы йүнәлештәр булдырыла.

Светлана Верещагина, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары

Республикала быйыл уңайлы мөхит йүнәлеше буйынса 5 проект Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булған. Туроператорҙар мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн республика буйлап сәйәхәт, йылға буйлап ағыу ойошторған. Грант отоусы туроператорҙың сығымдары дәүләт тарафынан илле процентҡа ҡаплана.