Был кәсеп менән Ғиндуллиндар ғаиләһе 2016 йылдан алып шөғөлләнә. Балыҡтарҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн тау шишмәһе эргәһендә яһалма быуа ҡаҙылған. Яңыраҡ ҡына грант ярҙамында фермер хужалығының матди-техник базаһы нығытылған. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Бындай инкубаторҙарҙа ыуылдырыҡтар яҡынса ике ай үрсетелә. Һыу температураһы уртаса 9 градус йылы булырға тейеш.
Ғиндуллиндар хужалығында балыҡ үрсетеү өсөн ябыҡ цикл булдырылған. Йәғни, үҙҙәре үҫтергән балыҡтарҙан ыуылдырыҡ ала башлаясаҡтар. Бының өсөн грант ярҙамында ике һыу әҙерләү модуле һатып алынған. Бағыр балыҡтарының бер өлөшө махсус бассейндарҙа ҡалһа, икенсеһе - быуаға ебәреләсәк.
Бағыр бик талымлы балыҡ, ул һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Уларҙы үрсетә алырлыҡ шишмә һыуын оҙаҡ эҙләнек, ти крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе.
Һыу температураһы 10 градус тирәһе булһа, ҡышҡыһын 5-3 градус йылы. Әйткәндәй, насостар ҡуймайынса һыу кимәлен күтәреү өсөн дамба төҙөлә. Ғиндуллиндар хужалығы 2016 йылдан алып гәрәбә һәм йәйғор балығы үрсетеү менән шөғөлләнә, әлеге ваҡытта улар республикала иң эре етештереүселәрҘең береһе булып тора.
Етештереү күрһәткестәре яҡшы булһын өсөн матди-техник базаның ныҡ булыуы мөһим. ОШО маҡсатта шок туңдырыу һәм вакуум аппараты һатып алынған. Сығымдар грант ярҙамында ҡапланған. Ғиндуллиндар бағыр менән генә сикләнмәй, һаҙан һәм табан балыҡтарын да үрсетә, ике дөйәғош аҫрай, туристик база төҙөй. Хужалыҡ биләмәһендә иҫтәлекле урын да булдырылған. Быйыл сик буйы ғәскәрҙәренә бағышланған мемориаль комплекс асыла. Ә был флаг махсус хәрби операцияның алғы һыҙығынан алып ҡайтылған.
Илвер Ғиндуллин махсус хәрби операция биләмәһендә штурмлаусы булып хеҙмәт иткән. Ил намыҫын һаҡлап та, фермер хужалығы менән дә шөғөлләнергә өлгөрөүсе яҡташыбыҙ менән һоҡланырға ғына ҡала.
Әлфинә Килдейәрова