Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың дуҫлығына арналған түңәрәк өҫтәл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында үтте. Улар күптән инде ике республика ғорурлығына, уның мәҙәни маяғына, әҙәбиәттә тотош дәүерҙе билдәләгән шәхескә әйләнгән. Сарала ҡатнашыусылар күренекле әҙиптәрҙең тормош һәм ижад юлын барлап, әҫәрҙәренән өҙөк һөйләне. Тәрән фәлсәфә менән һуғарылған шиғырҙары бөгөн дә халыҡта йәшәй.