“Башнефть” юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусыларын бүләкләне

Өфө дәүләт нефть-техник университетында үткән “Роснефть көндәре” барышында йәштәр нефть-газ тармағында һәм республикалағы ҡеүәтле компанияға эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән танышты. Вакансиялар йәрминкәһендә меңдән ашыу студент ҡатнашты. Улар компания вәкилдәре менән аралашты, етештереү майҙансыҡтарында экскурсияла булды, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Быйыл Өфө дәүләт нефть техник университеты 75 йыллығын билдәләй. “Башнефть” компанияһы шулай уҡ юғары һәм урта уҡыу йорттарынан алдынғы студенттар һәм уҡытыусыларға стипендия һәм гранттар тапшырҙы. Быйыл финанс ярҙамға 76 кеше лайыҡ булды. Корпоратив стипендияларҙы түләү “Мәктәп-вуз-предприятие” тигән программаға ярашлы тормошҡа ашырыла. Әле республикала “Роснефть-кластары”нда 47 уҡыусы белем ала. Йыл һайын 1,5 мең студент “Башнефть” ойошмаларында тәжрибә уртаҡлаша.