Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына - 104 йыл

Ошо уңайҙан республика ҡала-райондарында бөйөк әҙиптең тормош һәм ижад юлына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, хәтер кисәләре үтте. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Яҡын офоҡ», Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡыҙ урлау» спектаклдәрен сәхнәләштерҙе. Төп сара Өфөлә Мостай Кәримдең һәйкәле янында ойошторолдо. Унда баш ҡала хакимиәте етәкселеге, яҙыусылар, шағирҙың туғандары, ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

Атайымдың ижады йәшәй, шуныһы ҡыуандыра. Уның әҫәрҙәре нигеҙендә фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр сәхнәләштерелә. Яңыраҡ ҡына беҙ Салауат башҡорт драма театрында ҡуйылған «Ярлыҡау» әҫәрен ҡараныҡ. Шул тиклем матур, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йәш актерҙарҙың ролдәрҙе оҫта башҡарыуы һоҡландырҙы.

Әлфиә Кәримова, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, әҙиптең ҡыҙы

Мостай Кәримдең тыуған көнөндә һәләтле йәштәргә шағир исемендәге грантты тапшырыу ҙа күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл уға эйә булыусылар сафы тағы ла ике исем менән тулыланды. Мәртәбәле дипломға Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары Дилә Хажиәкбәрова менән Ғәзим Сәйфуллин лайыҡ булды. Йәштәр фекеренсә, абруйлы награда оло яуаплыллыҡ өҫтәй һәм яңы ҡаҙаныштарға этәргес булып тора.