Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдиновтың исеме мәңгеләштерелде

Ленин урамындағы 162-се йортта шәхес иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. Таҡтаташ Салауат Низаметдинов 1997-2003 йылдарҙа йәшәгән йортҡа ҡуйылды. Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә маэстроның исемен биреү ҙә күҙаллана.

Салауат Низаметдинов Башҡортостан сәнғәтенә бай музыкаль мираҫ ҡалдырған талант эйәһе. Ул һигеҙ опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс авторы. 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзына етәкселек итә. Ижади хеҙмәте Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем менән баһаланған. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөтә.