Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан иман йортона юбилей уңайынан тиҫтәләгән диндар йома намаҙына йыйылды. Нигеҙ һалынғандан бирле, мәсет мосолмандар өсөн иман үҙәге булып тора. Бында даими рәүештә исем ҡуштырыу, никах уҡытыу һәм башҡа дини саралар үтә. Аҙнаһына ике тапҡыр уҙған ғәрәп теле һәм дин нигеҙҙәре буйынса дәрестәргә олоһо ла, кесеһе лә теләп йөрөй. Иң бәләкәй шәкерткә 4 йәш булһа, иң өлкәне 80-де уҙған. Уҡыуҙар онлайн-форматта ла утә. Сарала ҡатнашыусылар былау менән дә һыйланды.