Ҡар машиналар йөрөшөн тотҡарлаған

Башҡортостанда ҡар яуыуы арҡаһында ҡайһы бер юлдарҙа  ҡатмарлыҡтар бар. Ғәҙәттән тыш  хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  Өфө-Белоерт трассаһы  хәрәкәт өсөн хәүефле. Бында  махсус техника эшләй. Йөк  машиналары  әкрен йөрөй. Йылайыр районы  Ҡашҡар ауылы  янында ла  һауа шарттары  арҡаһында  тейешле  саралар күрелгән.