Бөрө районында яңы ФАП файҙаланыуға тапшырылды

Силантьев ауылында фельдшер-акушер  пункты  асылды.  Бинала һәр төрлө уңайлыҡтар бар, медицина учреждениеһы заманса йыһазландырылған. Силантьев ауылында 600-ҙән ашыу  кеше  йәшәй.Быйыл Башҡортостанда 75 яңы ФАП файҙаланыуға тапшырыла. Был турала  социаль селтәрҙә  Һаулыҡ  һаҡлау  министры  Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә.  Эштәр федераль программаға ярашлы  алып барыла.