Был рекорд күрһәткес. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы был һанға былтыр йыл аҙағында ирешкән булған. Пассажирҙар ағымының үҫеш динамикаһы буйынса беҙҙең төбәк - Рәсәйҙең ун субъекты иҫәбендә. Үҫеш кимәле Куйбышев тимер юлы менән тығыҙ эш һөҙөмтәһе.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, электричкаларҙы яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. «Орлан» һәм «Ҡарлуғас» инде ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Улар заманса, уңайлы. 2021-2023 йылдарҙа Башҡортостан ҡала яны поездары өсөн 71 яңы вагон алды. Был республикала булғандарҙың яртыһынан күберәге. Әкренләп, әммә планлы рәүештә Өфө тирәләй тимер юл транспорты үҫтерелә.
Өфөләге күперҙәрҙе ремонтлау менән бәйле был айырыуса көнүҙәк. Иртәле-кисле хәрәкәт йөкләмәләрҙе иҫәпкә алып ойошторола. Вагондар өҫтәлгән, интервалдар ҡыҫҡартылған. Был электричкалар тәүлегенә 4 мең кешене, пик көндәрендә 6 меңгә тиклем кешене ташый. Был йүнәлештә пландарыбыҙ ҙур. Рәсәй тимер юлдарына бурыстарҙы аңлауы, диалогы өсөн рәхмәт белдерәм, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.