Был төрлө тәғәйенләнештәге 710 берәмек транспорт. Республика көнөнә муниципалитеттар сираттағы яңы машиналар партияһын алды. Уларҙың күбеһе линияға сыҡҡан да инде. Был хаҡта Бәләбәй районынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары түгә торған махсус урын ҡасаба халҡы баҡсаһынан сығарған көҙгө сүп-сар менән тулған. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уны «Маз» йөк машинаһына тейәй. 20 тонна һыйҙырышлы йөк автомобиле коммуналь хужалыҡҡа яңы ғына килтерелгән. Буяу еҫтәре аңҡып торған техника тәжрибәле водителгә тапшырылған.
Линияға техниканы тикшермәй сығыу юҡ. Йылытҡысы бар, уңайлы - ярты быуат тиерлек машинист булып эшләүсе Николай Федоров яңы техника менән таныша. Башҡортостандың атҡаҙанған водителе Бәләбәй коммуналь хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт юлын ҡасандыр асыҡ кабиналы тракторҙа башлаған кеше өсөн бындай уңайлы тимер атта эшләү ер менән күк араһы.
Бәләбәй урамдарын ҡыш ошо экскаватор һәм ҡеүәтле грейдер таҙартасаҡ. Грейдерҙы Сергей Семенов йөрөтә. Коммуналь хужалыҡта техника паркы яңыртылып тора. Тик яңы хеҙмәтәкәрҙәр генә килмәй. Бында башлыса пенсия йәшендәгеләр эшләй.
Экскаватор Белорусияла, грейдер - Рәсәйҙә етештерелгән. Бәләбәй коммуналь предприятиеһына техника Республика көнөнә тапшырылған. Техника лизингҡа алынған, йәғни предприятие хаҡты бер нисә йыл дауамында түләйәсәк.
2023 йылда республика Рәсәйҙә һәм Белорус республикаһында етештерелгән 208 берәмек техника аласаҡ. Уларҙы һатып алыуға бюджеттан 155 миллион һум аҡса бүленгән, ҡалған 2 миллиарды 2028 йылға тиклем түләнергә тейеш.
Бер йылдан коммуналь техниканы Башҡортостанда етештереү күҙаллана. Амкодор белорус заводына нигеҙ ташы һалынды. Был техника паркын тағы ла әүҙемерәк яңыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Рәмилә Исмәғилева