Күренекле ғалим, тарихсы Ирек Аҡманов 90 йәшен билдәләй

Ватан тарихына бағышланған ғүмер. Күренекле ғалим, тарихсы, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре Ирек Аҡманов 90 йәшен билдәләй. Оло дата айҡанлы бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында симпозиум үтте. Сарала Ирек Ғайса улының уҡыусылары, ғалимдар ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын күләмле фәнни асыштар менән байытҡан шәхес тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ғалим, профессор, йәмәғәт эшмәкәре, остаз. Ирек Аҡманов бар ғүмерен фәнгә хеҙмәт итеүгә арнай, ул 350 монография һәм ике тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ирек Ғайса улының Башҡортостан, башҡорт ихтилалдарының тарихы буйынса фәнни хеҙмәттәре һәр заманда ла актуаль. Ғалим Ватан тарихын өйрәнеп ғилми асыштарын киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдыра. Был эште дауам итеү мотлаҡ, республика тарихында өйрнелмәгән биттәр әле лә күп, ти Ирек Аҡманов.

Ирек Аҡманов Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылында тыуған. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң тыуған яғына эшкә ҡайта. Һәм ярты быуатҡа яҡын ул ваҡыттағы Башҡорт дәүләт университетында йәш быуында тарихҡа, фәнгә һөйөү тәрбиәләй. Уҡыу йортонда Ватан тарихы буйынса Диссертация советы ойоштороу тәҡдимен күтәреп сыға, үҙе оҙаҡ йылдар ошо фәнни советтың етәксеһе була. Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә лә Ирек Ғайса улы нигеҙ һала.

5 фән докторы, 3 тиҫтәнән ашыу фән кандидаты. Ирек Аҡманов тотош быуын ғалимдар әҙерләй. Уҡыусылары остазының эшен дауам итә, фәнни хеҙмәттәрен йәш быуынға еткерә. Ирек Ғайса улы студенттарҙа ғына түгел, үҙенең улында ла фәнгә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләй. Айтуған Аҡманов бөгөн тарих фәндәре докторы, профессор.

Симпозиумда Ирек Аҡмановтың фәнни хеҙмәттәренең әһәмиәте, уларҙы ҡулланыу даирәһен киңәйтеү хаҡында ла фекер алышынды. Замандаштары Ирек Ғайса улына оло юбилей айҡанлы изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғалимдәң тормош юлы барыһы өсөн ил тарихына, фәнгә һөйөү, тоғролоҡ өлгөһө булып тора.

Рәмзиә Кәримова