Ҡотҡарыусылар Павловка һыуһаҡлағысында рейд уҙғарған. Ике балыҡсы ярҙам һораған. Уларҙың кәмәһенең моторы сафтан сыҡҡан. Балыҡсылар ярға сығарылған. Бынан тыш тағы өс кешегә ярҙам талап ителгән. Уларҙың кәмәһендә бензин бөткән. Ҡотҡарыусылар ярҙам күрһәткән, хәүефһеҙлек буйынса кәңәштәр биргән. Быйыл Башҡоростан йылға-күлдәрендә 30-ҙан ашыу балыҡсы батып үлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠотҡарыусылар тәбиғәткә сыҡҡанда маршрут һәм кире әйләнеп ҡайтыу ваҡыты тураһында яҡындарҙы иҫкәртергә кәңәш итә.