"Салауат Юлаев"ҡа Николас Мелош ҡушылды

Канада һаҡсыһы карьераһын Өфөлә дауам итә. Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. Юлаевсылар составында Канаданан тағы бер хоккейсы, Джошуа Ливо бар. Ул һөжүмсе позицияһында уйнай.