Был турала социаль селтәрҙә Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итә. - Федераль ярҙам менән Милли йәштәр театрында, Нефтекама балалар художество мәктәбендә, Ишембай районы Урман -Бишҡаҙаҡ ауылындағы мәҙәниәт йортонда, Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ремонт эшләнде, - ти ул. Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм президент фондтарынан грант ярҙамы ала. 42 миллион һумға 70 яңы мәҙәни программа әҙерләнгән.