Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса илдә икенсе урында

Был турала  премьер-министр Андрей  Назаров  социаль селтәрҙә  хәбәр итә. Район һәм ҡалаларҙа 13 меңдән ашыу спорт объекты бар. Стадион,  боҙ һарайы, физкультура-һауыҡтарыу  комплексы, бассейн, спорт майҙансығы, фитнес-үҙәктәр төҙөлгән. - Спорт объекттары  һаны  буйынса  Мәскәүҙән генә  ҡалышабыҙ.  "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса  ғына  һуңғы ике  йылда  120-нән ашыу  спорт майҙансығы төҙөлдө, - ти ул.