Дыуан районы Арый ауылында “Сыңлы үксә” конкурсы үтте

Быйыл бейеүселәр ярышы махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә бағышланды. Яугирҙең атаһы Сибай филармонияһы солисы  Илдар Хәтмуллин ошо ауылда тыуып үҫкән. Ул баһалама комиссияһы ағзаһы булды. Фестивалдә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан 30-ҙан ашыу коллектив ҡатнашты. Салауат районы “Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран-при яуланы. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр номинацияһында еңеүселәр асыҡланды.